Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рөстәм Ғиззәтуллин ижад кисәһен үткәрҙе


Билдәле йырсы, төрлө телевизион һәм радио тапшырыуҙар алып барыусыһы Рөстәм Ғиззәтуллин ижад кисәһен үткәрҙе.

Сараға йырсының ижадташ дуҫтары, яҡташтары һәм уның йырҙарын яратыусы тамашасылары йыйылды. Башҡортостан радиоһында ижад юлын башлап ебәргән йырсы хәҙер байтаҡ йырҙар һәм тапшырыуҙар авторы.

Республикала беренселәрҙән башҡорт йәштәр эстрадаһын үҫтереүгә юл һалыусы ла ул. “Рөстәм дуҫтарын йыя” исемле ижади концерт республиканың ҡала һәм райондарында күптән ойошторолоп килә.

Ижади хеҙмәт юлында яңы жанрҙар өҫтөндә лә төплө эшләй йырсы. Башҡорт сәхнәһендә реп стилен барлыҡҡа килтереүҙә уның роле ҙур, ти йырсы Заһит Ҡонафин. Төрлө жанрҙа ижад итеүсе йырсыны йәштәр ҙә оло йәштәгеләр ҙә яратып тыңлай. Сарала ҡатнашыусыларға йырлап-бейеп күңел асыу һәм йырсылар менән яҡынданыраҡ танышыу бәхете лә тейҙе.

Башҡорт йәштәрен дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләү, уларҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү - беҙҙең бурысыбыҙ, ти Рөстәм Ғиззәтуллин. Йырсы киләсәккә яңы пландар, яңы уйҙар менән янып йәшәй.
XS
SM
MD
LG