Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рәсәй ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш башланды


Декабрь аҙағына тиклем ил буйынса 270 меңдән ашыу егет һалдат кейеме кейәсәк. Оборона министрлығы ҡарарына ярашлы Башҡортостандан 11 мең егет хеҙмәткә алына. Улар башлыса ҡоро ер ғәскәрҙәренә, ракета, хәрби- һауа көстәрендә, МЧС һәм МВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Оборона министрлығы талабы буйынса 300 егет десант, 200-ө диңгеҙсе буласаҡ.

Оборона министрлығындағы реформаларға ярашлы урындарҙағы хәрби комиссариаттарҙа ла үҙгәрештәр байтаҡ. Уларҙың күбеһе берләштерелде. Өфө ҡалаһындағы 7 районда ул ҡыҫҡартылып икәүгә генә ҡалдырылды.
XS
SM
MD
LG