Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 01:20

Башҡортостандың 2010-сы йылға бюджеты тикшерелә


Республиканың ҡанун сығарыусылары Башҡортостандың 2010-сы йылға бюджетын тикшерә башланы.

Төп финанс документ проекты Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай президиумы ултырышында ҡаралды. Парламент рәйесе Константин Толкачев рәйеслегендә үткән фекер алышыуҙа, хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанстар министры Айрат Ғәсҡәров ҡатнашты. Ул президиум ағзаларын республиканың 2010-сы йылға бюджет проекты менән таныштырҙы.

Айрат Ғәсҡәров билдәләүенсә, киләһе йылда ла Башҡортостанда төп финанс документ социаль йүнәлешлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Төп финанс документ проектында республика бюджеты 53 миллиард һум күләмендә билдәләнгән. Президиум ултырышында уны парламенттағы дөйөм тауыш биреүгә сығарыу тәртибе лә раҫланды.

Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙа закон проекты октябрь айында тәүге уҡыуҙа ҡараласаҡ. Бюджет проектын йыл аҙағына тиклем ҡабул итеү планлаштырылған.

XS
SM
MD
LG