Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда муниципаль һайлауҙарда ҡыйнашыу осрағы теркәлгән


ЛДПР фирҡәһе Белорет ҡалаһында үҙ депутатын туҡмауҙарын хәбәр иткән. Уны билдәһеҙ сәбәптәр буйынса, милиция бүлексәгә алып барып дөмбәҫләйҙәр, либерал кандидаттың ҡулы һынған тиелә дәғүә ҡағыҙында.

Республика милицияһының депутатҡа кандидатҡа үҙ дәғүәләре лә бар икән. Баҡтиһәң иҫерек ир милицияға шылтыратып машинаһын урлауҙарын әйтә. Ул атаған адрес буйынса килһәләр машинаның урынында тороуын буласаҡ депутаттың иҫерклеген күрәләр.

Либералдар ағзаһы милиция бүлегендә янъял сығара, бер кешегә һуғып өлгөрә. Уның депутатлыҡҡа кандидат икәнен белгәстәр сығарып ебәрәләр.
XS
SM
MD
LG