Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 01:14

Өфөлә аманаттарҙы ҡотҡарырға өйрәнәләр


Федераль именлек хеҙмәте, милиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уны берлектә уҙғарҙы. Легенда буйынса Киров районы мәхкәмәһе бинаһын террорсылар баҫып ала, улар үҙҙәренең дуҫтарын ҡотҡарырға теләй.

Көс структураларына аманаттарҙы имен-аман ҡотҡарыу, террорсыларҙы юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Бының өсөн машиналар, вертолеттар ҡулландылар. Күнекмәләр уңышлы үтте тип хәбәр иткән ФСБ-ның Башҡортостандағы идарлағы етәксеһе Виктор Палагин.

XS
SM
MD
LG