Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 15:28

Өфөгә Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин килә


Ул 10 октябрҙә Ағиҙел буйлап ауырлығы 50 тонна булған йылға карабын тартып, яңы Рәсәй рекордын ҡуймаҡсы. Башҡортостан спорт саралары идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, элекке рекорд 2006 йылда Мәскәү йылғаһында ҡуйылған.

Ауырлығы 186 мең килограмм булған «Иван Калита» теплоходын ул 10 метрға тиклем һөйрәй. Милләттәшебеҙ Эльбрус Ниғмәтуллин - билдәле спортсы, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән. 2005 йылда ул Рәсәйҙең иң көслө кешеһе тигән статус яулаған.

XS
SM
MD
LG