Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 13:52

Иҡтисади һүлпәнлек осоронда юлбаҫарҙар арта бара


Юлдарҙа 90-сы йылдарҙағы кеүек рэкитерҙар барлыҡҡа килде. Улар машина йөрөтөүселәрҙе талау менән кәсеп итә.

Быға тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдары был күренеште күрмәмешкә һалышты, әммә мундир намыҫы күҙҙәрен асырға мәжбүр итте. Эш шунда, Мәскәү-Өфө трассаһында талау менән шөғөлләнгән 5 кеше тотолоған, улар автоинспектор кейемен файҙаланған.

Рэкитерҙар Илеш тирәһендә юл баҫҡан. Мәҫәлән, Гаишник кейеме кейеп бер Камазды туҡтаталар, уның йөрөтөүсеһенән 800 мең һум талап алалар. Тағы бер осраҡта 300 меңгә байыйҙар. Был хәлдәр мартта уҡ булһа ла, ул хәҙер генә йәмәғәтселекке еткерелде.

XS
SM
MD
LG