Accessibility links

Кайнар хәбәр

Президент хаты үтәлешенә кризис йоғонтоһо


Башҡортостан президентының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнәмәһендәге 64 сараның 38-е үтәлгән. Республикала ҡайһы бер етәкселәр быны иҡтисади кризис менән аңлата.

Комплекслы программаның тәүге өлөшө иҡтисади кризис эҙемтәләрен бөтөрөүҙе һәм иҡтисади потенциалды үҫтереүҙе күҙаллаған сараларҙы үҙ эсенә ала.

Уларҙы бойомға ашырыу өсөн махсус программа эшләнгән, ул төрлө сығанаҡтарҙан 155 миллиард һум күләмендә финанстар менән нығытылған. Был инде үҙ сиратында донъялағы иҡтисади тетрәнеүҙәрҙең Башҡортостанға йоғонтоһон йомшартыу мөмкинлеген биргән.
XS
SM
MD
LG