Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда Мостай Кәримде иҫкә алалар


Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙар йыйынтығы һатыуға сығарыла. Уны баҫмаға әҙиптең улы Илгиз Кәримов менән тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Фирҙәүес Юнысова әҙерләне.

Күп томлы йыйынтыҡҡа шағирҙың 1934-1969 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре индерелгән. Беренсе китапҡа уҙған быуаттың 35-36 йылдарҙа яҙылған шиғырҙары урын алған.

Халыҡ шағирының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар бөгөн башланды. Ул мосолман зыяратында Мостай Кәрим ҡәберенә сәскәләр һалыу, яҙыусы ижадына арналған әҙәби музейҙа булыу, Мостай Кәрим исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары менән осрашыу кеүек саралар менән билдәләнде.
XS
SM
MD
LG