Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө ҡалаһы милицияһында етәкселек алышынды


Эске эштәр идаралығы етәксеһе итеп 43 йәшлек Илгиз Садыҡов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул һуңғы 3 йылда Учалы районы һәм ҡалаһы милицияһы башлығы булып эшләгән.

Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығы начальнигы булып 2002-се йылдан алып быйыл майға тиклем Урал Аккөсөкөв эшләне. Яҙғылығын уны ваҡытлыса Андрей Авдеев алмаштырҙы.

ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Урал Аккөсөкөвтың Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Игорь Алешин менән борсағы бешмәгән.

Яңыраҡ Башҡортостандың яңы баш милиционеры Учалы яҡтарында йөрөп ҡайтҡайны. Тап шунда ул Өфө милицияһына яңы етәксе тапҡан булырға оҡшай.
XS
SM
MD
LG