Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 23:38

Путин ҡәләме ни хаҡ?


Өфөлә бер кеше премьер-министр Владимир Путиндың ҡәләмен һатыу тураһында иғлан биргән.

Ул үҙенең ошо белдереүен интернет-аукционға элгән. Барагозик атамаһы менән сәхифәгә кергән кеше был ҡәләмдең шәхсән Путиндыҡы булыуын белдерә. Өфө сайты яҙыуынса, ул премьер-министрҙың ҡәләмен быйыл сентябрҙә Тула ҡалаһында ҡулға төшөрөүен әйтә. Тап ошонда хөкүмәт башлығы матбуғат конференцияһы уҙғарған була.

Табыш хужаһы башланғыс хаҡты 200 долларҙан ҡуйған, хәҙер иһә бәйә 1 мең долларҙан ашып киткән, тип яҙа Уфа-1 сайты.

XS
SM
MD
LG