Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостандың мөлкәте артты


Рәсәй президенты Дмитрий Медведев Өфө халыҡара аэропортын Башҡортостан милке итеп үҙгәртеү тураһындағы фарманын имзаланы.

Белгестәр әйтеүенсә, был алым аэропортты яңыртыу, уның эшмәкәрлеген камиллаштырыу мөмкинлеге бирә. Сөнки быға тиклем Өфө халыҡара аэропорты федераль милек иҫәпләнһә лә, үҙәк уға ярҙам күрһәтеүгә артыҡ иғтибар бирмәне. Федераль милек һаналғас, республика ла уға ярҙам итмәне.

Хәҙер уны дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ иҫәбенә яңыртыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн инвестициялар ҙа ҡаралған.
XS
SM
MD
LG