Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 15:18

Мосолмандар төп дини байрамға әҙерләнә


Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт тә байрам вәғәзен еткерҙе.

Байрам көндө Өфөләге барлыҡ мәсеттәрҙә лә ҡорбандар салына. Ҡорбан ғәйете алдынан дөрөҫ тәрбиәләнгән малға ла һорау күбәйә. Сөнки ислам тәғлимәттәре буйынса, ҡорбан малының бар ағзалары ла иҫән-һау, үҙҙәре көр булырға тейеш. Ошо эште төп йүнәлешкә әйләндереп табыш алыусылар ҙа бар.

Мәҫәлән, Борай районынан Әхләф Зарипов атлы уҙаман Өфөгә ҙур ылау менән килде. Ул бернисә йыл дауамында һарыҡтар үрсеткән, хәҙер ҡорбан малдарын башҡалаға ташый. Быйыл ул 120-130-лап баш һарыҡ менән килде. Әхләф әфәндене тыңлайыҡ

Ҡорбан байрамы алдынан баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың «Комсомольская правда»ла ҙур йөмләле әңгәмәһе баҫылды. Ул Өфөләге мәсет тураһында теүәл аңлатмалар бирә. Тажетдин әйтеүенсә, мәсет 3 мең кеше һыйҙырышлы буласаҡ.

Тәүге ҡатында хәләл ризыҡтар менән сауҙа итеүсе супермаркет, икенсеһендә матбуғат осрашыуҙары өсөн зал, мәсет үҙе өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттарҙы биләйәсәк.

Уның манаралары 12 буласаҡ. Һәр манарала бер милли үҙәк - башҡорт, татар, тажик, чечен, башҡа мосолмандар үҙәктәре урын аласаҡ.

Тәлғәт Тажетдин милләтара никахтарға ла мөнәсәбәтен белдерә. Ул милләтара никахтарға яҡшы ҡарайым, иң мөһиме яҡшы ғаилә булһын, аллаһ барыһы өсөн дә берҙәй тине.

XS
SM
MD
LG