Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 14:52

Башҡортостан конституцияһы көнө ғәҙәти эш көнө буласаҡ


24 декабрь - Башҡортостандың конституция көнө республикала байрам, йәғни ял көнө ине. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары уны эш көнөнә үҙгәртеү тураһында закон проектын әҙерләп, беренсе уҡыуҙа раҫланы.

Республика парламентының урындағы үҙидаралыҡ һәм ижтимағи берләшмәләр буйынса комитет рәйесе Зөфәр Еникеев әйтеүенсә, байрамдарҙың артыҡ күп булыуы иҡтисади яҡтан үҙен аҡламай. Әгәр ҙә закон проекты байрамға тиклем ҡабул ителеп өлгөрһә, 24 декабрь эш көнө булып ҡаласаҡ.

XS
SM
MD
LG