Accessibility links

Кайнар хәбәр

2010 йыл Башҡортостанда Республика йылы исеме менән үтәсәк


20 йыл элек республика Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып Үҙаллылыҡ тураһында дәүләт декларацияһын ҡабул итте. Киләһе йылды ошо датаға арнау был йылдарҙың әһәмиәтлеген иҫәпкә алып эшләнелде. Ошо туралағы ҡарар республика президенты шураһы ултырышында раҫланды.

Шура ултырышында шулай уҡ уның яңы ағзалары ла раҫланды. Баймаҡ башлығы Рөстәм Сәйетов, Туймазы хакимиәтен етәкләүсе Рәшит Хәйруллин һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе директоры Александр Артюхов хәҙер абруйлылар исемлегендә.
XS
SM
MD
LG