Accessibility links

Кайнар хәбәр

Нияз Мәжитов Ҡазандағы археология форумында ҡатнашты


Ҡазан ҡалаһында археологтар форумы үтте. Унда донъяның унлап иленән 170-ләп ғалим ҡатнашты. Оло форумда Башҡортостандан билдәле археолог, Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты Нияз Мәжитов сығыш яһаны.

Ул Башҡортостанда археология эштәренең башҡаларҙан байтаҡҡа һуңғараҡ башланыуын, әммә байтаҡ асыштар булыуын әйтеп үтте.
Нияз Мәжитовтың иң ҙур асыштарының береһе - Өфө- 2 ҡаласығы.

Өфөләге Пушкин урамында бернисә йыл дауамында археологик эштәр алып барылды. Табылған ҡалдыҡтарҙан күренеүенсә, бер нисә быуат элек был урында эре сауҙа үҙәге урынлашҡан булған. Белгестәр дүрт метр тәрәнлектә етенсе – һигеҙенсе быуаттарҙа эшләнгән биҙәүес әйберҙәр табыуын да хәбәр иткәйнек. Тикшереүҙәр урынында бүрәнәләр, саман кирбестәр һәм Алтын Урҙа ваҡытында эшләнгән тәңкәләр ҙә бар.

Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты Нияз Мәжитов әйтеүенсә, был асыштар ғәрәп һәм фарсы сәйәхәтселәре яҙмаһында билдәләнгән Башҡорт тип аталған ҡала тураһында һөйләй. Йәғни Өфөгә нигеҙ бер мең ярым йыл элек һалыныуын дәлилләгән. Әммә рәсми рәүештә Башҡортостандың баш ҡалаһының йәше уай булмағас, археология асыштарын да тыйып ҡуйҙылар.
XS
SM
MD
LG