Accessibility links

Кайнар хәбәр

Нижневартовскиҙа башҡорт мәҙәниәте көндәре үтәсәк


Был сара туғыҙынсы тапҡыр уҙғарыла. Ошо уңайҙан ҡаланың мәҙәни үҙәгендә фестиваль ойошторола. Унда байрам концерты буласаҡ, тирмә, төрлө ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Төбәктәге башҡорттарҙың «Дуҫлыҡ» ойошмаһы эшләй. Уның етәксеһе Мөҙәрис Мәжитов әйтеүенсә, башҡорт мәҙәниәте көндәрендә Нижневартовск, Сорғот, Лянтор ҡалалары вәкилдәре ҡатнаша.

Нижневартовскиҙа 40 мең самаһы милләттәштәребеҙ йәшәй. Унда башҡорт телен өйрәнеү буйынса киске мәктәп ойошторолған, фольклор ансамблдәр эшләп килә. Әммә әлегә тилем гәзиттәре юҡ.

XS
SM
MD
LG