Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 19:16

Башҡортостанда иң уңған, уҡыу, спорт алдынғыларын тәбрикләнеләр


Өфөлә Башҡортостан президентының шыршы байрамы үтте. Унда 680 бала ҡатнашты.

Шыршының статусы президент тип аталһа ла, Мортаза Рәхимовтың был байрамға йөрөгәне юҡ, шыршы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашлығында ғына үтә. Быйыл да шулай булды.

Нефтекама ҡалаһынан Людмила Дутова атлы ханым бер кибетте мәхкәмәгә биреп компенсация алған. Ул кибеткә ризыҡҡа барғанда тайып ҡолай. Ханым супермаркет хужалары болдорҙо таҙартмаған тип уларҙы мәхкәмәгә бирә. Сөнки тайып ҡолап аяғын һындыра, ике ай гипста ята.

Суд магазин хужаларына ҡатын алған тауарҙар хаҡын 379 һумды һәм уға өҫтәп 10 мең әхлаҡи кисерештәр өсөн компенсация түләргә ҡушҡан.

XS
SM
MD
LG