Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 03:04

Башҡорттар ҡоролтайға әҙерләнә


Нефтекама ҡалаһында Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының күсмә ултырышы үтте. Кәсмә ултырышҡа күрше Пермь крайынан да ҡунаҡтар саҡырылғайны. Унда йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Ғәйнә башҡорттары тарихи тамырҙарын һаҡлауға айырыуса иғтибар бирә.

Мөһим сараға әҙерлек Пермдә башланған да инде. Башҡорт халҡына ғына хас йола-шәжәрә ағастары төҙөлә. Тарихи тамырҙар нығытыла. Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан тарихи ҡомартҡыларҙы, арҙаҡлы шәхестәрҙе мәңгеләштереү мәсьәләһен күсмә ултырышҡа сығарып фекер алышыу һөҙөмтәле эш. Бындай күсмә ултырыштар республиканыңбашҡа төбәктәрендә лә үтәсәк.

«Урал» башҡорт халыҡ үҙәге 20 йыллығын билдәләй. Үҙәк 90-сы йылдарҙың ҡатмарлы осоронда барлыҡҡа килеп рухлы, алдынғы ҡарашлы шәхестәрҙе берләштерҙе. Тап улар халыҡ мәнфәғәттәрен, хоҡуҡтарын яҡлап ҡыйыу аҙымдар яһаны. Үҙәк ағзалары әле лә милли мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Бөтәдонъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин йылдам үҫешкән хәҙерге заман милләт алдында яңыса талаптар ҡуйыуын билдәләне.

Азамат Ғәлин әйтеүенсә, мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, хоҡуҡ кеүек федерализм нигеҙҙәренә иғтибарҙы көсәйтеү талап ителә. Рәсәйҙә федератив нигеҙҙәрҙе ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән аҙымдарға ҡаршы көрәш беҙҙең тәү бурыс, тине ул. Азамат Ғәлиндың был Ҡоролтай рәйесе вазифаһында тәүге сығышы. Ойошма үҙенең рәйесе кеүек етди аҙымдар яһай алырмы, был һорауға әлегә бер кемдә яуап бирергә әҙер түгел.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG