Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 23:49

Төнъяҡ амурҙары зәңгәр экрандарҙа


Яныбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары» романы экранға сығарыласаҡ. Башҡортостан киностудияһы ошо уңайҙан тарихи әҫәр буйынса әҙерләнгән тулы метражлы фильмға сценарий конкурсын иғлан итте.

Төнъяҡ амурҙары романы буйынса сценарийҙар конкурсында Башҡортостанда тыуып үҫкән йәки йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Йәш арауығы сикләнмәгән. Иң яҡшы сценарий фильмдың әҙәби нигеҙен тәшкил итәсәк. Авторҙарға үҙ эшен ҡағыҙҙа ла, электрон вариантта ла ебәрергә мөмкин.

Конкурстың маҡсаты – һәләтле авторҙарҙы асыҡлау, башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын экранлаштырыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Ә Республиканың йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы Шәйхзада Бабич премияһына ижади эштәр ҡабул итә.

Шәйхзада Бабич исемендәге республика премияһы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән һәләтле йәштәргә - рәссам, артист, яҙыусы, музыкант, режиссер, архитектор, дизайнерҙарға тапшырыла.

Авторҙар үҙ исеменән дә, биш кешелек ижади төркөм исеменән дә сығыш яһай ала. Бөтәһе 3 еңеүсе билдәләнәсәк, уларға 50шәр мең һумлыҡ премия ҡаралған.

XS
SM
MD
LG