Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 15:33

Дәүләт думаһында ни өсөн һорауға яуап юҡ?


Был уңайҙан матбуғат конференцияһы ойошторолманы әлбиттә. Әммә республика прокуроры айырым киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән әңгәмәләшеүҙән баш тартманы.

Республика президентының прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлауында әйтелеүенсә, Башҡортостанда прокуратура органдарының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Үҫешкән закондар сығарыу системаһы бар, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылған. Был йәһәттән һуңғы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөү ҙә етә. Башҡортостан йәмәғәтселегенең Зәки Вәлидиҙе яҡлап сығыуына һәр хәлдә прокуратура күҙ йомдо ахыры. Сөнки республиканың билдәле ғалимдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре берҙәй булып Дәүләт думаһы депутаты Назаровҡа ҡаршы сыҡты.

Ҡаршы сыҡты ғына түгел, радикаль, әммә бындай шарттарҙа аҡланған белдереүҙәр ҙә яһаны. Тәүгеһе-хакимиәт партияһына ҡаршы. Башҡорт йәштәре иттифағы ағзаһы Фәнзил Әхмәтшин Назаров кеүек, цитата маньяктарҙы фирҡәнән сығарырға кәрәк тине. Ә Назаров нисек депутат булып киткән һуң.

Был һорауға Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзағы Ҡәҙим Аралбай яуап биреп ҡараны. Әммә Аралбаев та һорауға тулы әйтә алманы. Философия фәндәре докторы Әмир Юлдашбаев иһә Әхмәт зәки вәлидиҙе Назаров кеүек кешеләр менән бергә ҡуймаҫҡа саҡыра.

Йәмәғәтселек вәкилдәре фекеренсә, тарихи ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтергә тырышыуҙың төп сәбәбе тап республикаға яла яғыу теләге менән бәйле. Ошо сәбәпле күк бүре ойошмаһы махсус белдереү ҡабул итте. Билдәле шәрҡиәтсегә ҡара яғыуға көнсығыштағы байтаҡ ҡына илдәр һәм фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ризаһыҙлыҡ белдергән.

XS
SM
MD
LG