Accessibility links

Эфир ваҡытына йәрәбә һалынды


Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарға телевидение һәм радио эфирында үҙ позицияһын халыҡҡа еткереү өсөн бушлай ваҡыт бирелә.

Республиканың үҙәк һайлау комиссияһында эфир ваҡыттарына йәрәбә һалынды. 14-се мартта үтәсәк берҙәм тауыш биреү көнөндә бер мандатлы 73 округ буйынса төрлө кимәлдәге вәкәләтле органдарға депутаттар һайлау үтәсәк. Шул иҫәптән өс округ буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың дүртенсе саҡырылыш депутаттары һайланасаҡ. Улар 33-сө һанлы төньяҡ, 49-сы көньяҡ һәм 50-се Мәләүез округтары.
Республиканың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов әйтеүенсә, алда торған һайлауҙарға әҙерлек планға ярашлы бара. «Берҙәм Рәсәй», «КПРФ», «Ғәҙел Рәсәй» һәм «ЛДПР» сәйәси партияларынан бөтәһе 12 кандидат теркәлгән, тағы ла ике кандидат үҙен-үҙе күрһәткән.

Йәрәбә тартыу тәртибе мөмкин тиклем асыҡ итеп ойошторолғайны. Унда депутатлыҡҡа кандидаттар, һайлау берекмәләренең ышаныслы вәкилдәре тарафынан яҙма ғаризалар биргән кандидаттар, йәки уларҙың ышаныслы кешеләре ҡатнашты. Йәрәбә тартыуға килмәүселәр ҙә бар ине. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың эфирҙағы ваҡыты һаҡланасаҡ,тине Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы сәркәтибе Елена Родина.
XS
SM
MD
LG