Accessibility links

“Юлдаш” телеканалы заманса форматҡа күсергә әҙерләнә


Ул тамашасыларға интерактив телевидение мөмкинлектәренән файҙаланырға форсат бирәсәк. 2015 йылға тиклем Рәсәйҙә цифрлы телевидениеға күсеү тураһында федераль маҡсатлы программа ҡабул ителде.

Уға ярашлы, телевизион тапшырыуҙар сифатын камиллаштырыу ҡарала. Башҡортостан юлдаш телеканалы был йәһәттән әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Рикор-Тв тип аталған интерактив хеҙмәт күрһәтеү операторы менән эшлекле бәйләнеш урынлаштырылған. Был мөмкинлектән файҙаланып сигналдар сифатын камиллаштырыу ғына түгел, тамашасы менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға ла форсат бар.
XS
SM
MD
LG