Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 14:34

Башҡорттар Ҡариҙелһеҙ ҡалды


Республика хөкүмәте ҡарамағындағы терминология комиссияһы сираттағы ултырышында Ҡариҙелме, Өфө йылғаһымы тип бәхәсләште.

Был һорау Башҡортостанда йәштәр өсөн сығып килгән, милли темаларҙы ҡыйыу ғына күтәргән «Йәшлек» гәзитендә донъя күргән мәҡәләнән һуң күтәрелгәйне.

Унда 2 йыл элек Арыҫланов атлы әфәнде Өфөмө, «Ҡариҙелме» тигән мәҡәлә баҫтырҙы. Ошо мәҡәлә авторы Ағиҙелдең ҡушылдығы булған, урыҫтар Уфимка, башҡорттар Ҡариҙел тип йөрөткән йылғаны башҡортса Өфө тип йөрөтөргә саҡыра.

Ветеран, элекке географ раҫлауынса, Башҡортостандың 20 быуат баштарындағы картаһында һәм тарихи китаптарҙа Уфимка башҡорт телендә Өфө тип билдәләнгән. 30-сы йылдарҙан иһә уны Ҡариҙел тип атай башлағандар, был төптө дөрөҫ түгел ти автор. Үҙ сығанаҡтарына һылтанып ул Өфө йылғаһының исеме Өфө төшөнсәһе башҡорттарҙың ӨПӘЙ ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан тип фаразлай.

Хәҙер терминология комиссияһы ҡариҙелде башҡортса Өфө йылғаһы тип атарға ҡарар итте. Башҡорт халҡының легендаларында Ҡариҙел тип йөрөтөлгән йылға шулай итеп әллә Өпәй, әллә Өфө, әллә Уфимка булып китәсәк.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG