Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 14:45

Башҡортостанда тағы бер байрам барлыҡҡа килеүе ихтимал


Атайҙар көнө тураһындағы башланғысты иң беренсе булып Баймаҡтар күтәреп сыҡҡайны. Хәҙер ошо теманы хөкүмәт кимәлендә өйрәнәләр.

Республика хөкүмәтендә ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡты яҡлау буйынса ведомство-ара шура ултырышында хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов ошо теманы күтәрҙе.

Республикала демография сәйәсәте һәм милли проекттарҙы бойомға ашырыу, эшһеҙ ҡалған һәм йәш балалы ҡатындарҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, шулай уҡ «Ғаилә» программаһы проекты тикшерелде. Атайҙарҙы социаль яҡлау проекты тап ошо Ғаилә программаһына индерелә.

XS
SM
MD
LG