Accessibility links

Кайнар хәбәр

Чечняла һәләк булған милиционерҙар һуңғы юлға оҙаттылды


4 ғинуар Урус-Мартан районындағы алышта Башҡортостандан командировкаға барған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре 4 милиционер һәләк булғайны.

Өлкән прапорщик Айрат Ғәләүев Өфөнөң Көньяҡ зыяратында, кесе сержант Илгиз Ғәсимов Илеш районында ерләнде. Махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт иткән сержант Илгиз Ғасимов Илеш районы Теләкәй ауылынан.

Ул ғаиләлә иң бәләкәй бала, илгиз март айында командировканан ҡайтҡас өйләнергә йыйынған, тик йәш егеткә үҙенең ниәттәрен тормошҡа ашырырға яҙмай. Районда Ғәсимовтарҙы уңған, тырыш ғаилә тип беләләр. Егеттең дә яҡшы уҡыуын, спорт менән шөғөлләнеүен билдәләй ауылдаштары.
XS
SM
MD
LG