Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 02:27

Башҡортостан Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй


Байрам уңайынан республика президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт премьер- министры Раил Сарбаев Өфөләге Еңеү паркындағы мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.

Рәсәй президенты Кремлдә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Афғанстан һуғышын үткән һәм Көньяҡ Осетияла тыныслыҡты һаҡлау операцияларында ҡатнашҡан хәрбиҙәргә юғары наградалар тапшырғайны.

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандан һуғыш ветераны Ғәсим Ғайсин да булды. Уны хәрби награда 65 йыл уҙғас эҙләп тапҡан. Ғәсим Ғайса улы «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ул республиканан бер үҙе түгел. Ваҡытында үҙ наградаларын ала алмаған ветерандар байтаҡ булған. Әммә уларҙың береһе лә был шатлыҡлы көндәрҙе күрә алманы.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG