Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 05:25

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты өсөнсө ҡоролтайға әҙерлек сиктәрендә әүҙем эшмәкәрлек башланы. Ҡоролтай рәйесе Азамат Ғәлин әйтеүенсә, йыйын изге маҡсаттар ҡуя. Уның алдынан Милли йәнлелек башланыуын сепаратизм тип һис тә аңларға ярамай. Башҡорттар бынан 450 йыл самаһы элек үҙ теләге менән Рәсәй составына ингән һәм унан сығырға йыйынмай.

Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләттәргә лә хас проблемалар башҡорт халҡы өсөн дә көнүҙәк. Мәғарифта милли компонентты бөтөрөү, хаҡһыҙ рәүештә тарихи шәхестәргә бысраҡ яғырға тырышыу, бынан тыш ер, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау-быларҙың барыһы ла ентекле өйрәнеүҙе, кисекмәҫтән хәл итеү юлдарын табыуҙы талап итә, ти Азамат Ғәлин.

Әле республиканың һәр районында һәм ҡалаһында, Рәсәй төбәктәрендә ҡоролтайҙар үткәрелә башланы. Силәбе өлкәһе башҡорттары июндә Өфөлә үтәсәк оло йыйынға әҙерләнә. Өлкәлә 200 мең самаһы башҡорт йәшәй.

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина әйтеүенсә, ҡоролтай өлкәлә иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе. Ҡоролтайҙың өлкә райондары һәм ҡалаларында ла бүлектәре асылған һәм башҡарма комитет менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылған.

Ҡоролтайҙың Силәбе ҡалаһында үҙ офисы бар, ул ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Унда бик күп мәсьәләр буйынса урындағы башҡорттар мөрәжәғәт итә. Башҡарма комитет эшмәкәрлеген тәьмин итеү, шулай уҡ ҡуртым сығымдарын урындағы эшҡыуарҙар түләй.

Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙы тыуған телде уҡытыу мәсьәләләре борсой. Әлегә өлкәнең күп кенә уҡыу йорттарында тыуған тел дәрестәре факультатив булараҡ өйрәнелә. Арғаяшта Силәбе педагогия училищеһының филиалы эшләй, унда башҡорт мәктәптәре өсөн белгестәр әҙерләнә. 20 йыл эшләгән бүлек тә ябылыу алдында. Шулайҙа ҡыуаныслы мәлдәр ҙә етәрлек.

Силәбе ҡалаһында башҡорт синыфы ойошторолған. Арғаяш районы мәктәптәре иһә тыуған телде 3 сәғәтлек программа буйынса уҡый. Бәжекәй мәктәбендә 155 бала белем ала. Улар өс ауылдан уҡырға килә. Мәктәп өлкәлә ҡобайырсылар бәйгеләре ойоштороп дан алған.

Арғаяш районында йәшәүсе халыҡтың 70 процентҡа яҡыны башҡорттар. Бында Башҡортостан телевидениеһын ҡарайҙар. Халыҡ әүҙем, тарихын яҡшы белә һәм киләсәге өсөн борсолоп йәшәй, ти урындағы башлыҡ Рәшит Хәҡимов.

Республикала әле ҡоролтайҙы әҙерләү, делегаттарҙың уңышлы эшләүе өсөн халыҡ-ара талаптарға ярашлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҙур ойоштороу эше киң йәйелдерегән. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы милләттәштәребеҙгә оло йыйынды әҙерләү һәм үткреү эшенә ҡулдан килгәнсе үҙ өлөшөн индерергә саҡыра.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG