Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда белем бирче 234 оешманың үҙ эшен туҡтатыуы ихтимал


Ошо турала мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе Илгиз Ҡәҙерғолов белдерә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, күп кенә ойошмалар техник хәүефһеҙлек, янғынға ҡаршы көрәш ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгән.

Илгиз Ҡәҙерғолов әйтеүенсә, лицензия булмау мәктәптәр, балалар баҡсалары өсөн дә хәүеф менән янай. Эшмәкәрлек өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған учреждениелар етәкселеген яуапҡа тарттырыуҙары ла мөмкин.
XS
SM
MD
LG