Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостандан спортсыһы паролимпия уйындарында чемпион булды


Башҡортостандың бер ғәрип спортсыһы тотош Рәсәй йыйылма командаһын алыштыра. Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы 2 аҙна буйына ни бары 3 алтын алғайны.

Ошонда уҡ үткән ғәрип спортсылар араһындағы паролимпия уйындарында Башҡортостандан Ирек Зарипов 4-5 көн эсендә яңғыҙы ғына ла 3 тапҡыр чемпион булды.

Аяҡһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, биатлонда уға етеүселәр юҡ. Тағы бер яҡташ - Мишкәнән Кирилл Михайлов унан саҡ ҡына ҡалышып ике алтын яуланы.

Хәҙер уларҙы дәүләт башлығы Дмитрий Медведев та белә. Ул беҙҙең ғәрип спортсыларға ҡотлау хаты юллаған.
XS
SM
MD
LG