Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 13:14

Силәбе башҡорттары ҡоролтайға йыйылды


Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында йәшәүсе башҡорттар райондар биләмәһендә башҡорт телен рәсми тел итеп иғлан итеүҙе талап итә. Был талап өлкә ҡоролтайы резолюцияһында урын алды.

Силәбе башҡорттарының етенсе ҡоролтайы-өлкә башҡорттарының сәйәси тормошонда иң ҙур ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Ҡоролтай иһә 17 йыл эсендә Силәбе өлкәһендә эшлекле, абруйлы һәм халыҡты туплаусы йәмәғәт ойошмаһына әйләнде, ти Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марсель Йосопов.

Өлкә ҡоролтайы эшендә Башҡортостан Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Ҡоролтай эшлекле шарттарҙа барҙы. Сығыш яһаусылар аныҡ һорауҙар ҡуйҙы, уны хәл итеү юлдары буйынса тәҡдимдәр индерҙе.

Урындағы ҡоролтай үҙ сафтарына алдынғы ҡарашлы, һүҙҙәре үтемле, өлкәлә төрлө йүнәлештә абруй ҡаҙанған милләтәштәребеҙҙе туплаған. Силәбе башҡорттары артабан да үҙ эшмәкәрлеген халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтергә ниәтләй. Барлыҡ тәҡдимдәр өлкә башҡорттары ҡоролтайы ҡабул иткән мөрәжәғәттә урын алды.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG