Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 03:37

«Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп» фестивале үтте


Әлшәй районында башҡорт халыҡ һөнәрҙәренең береһе – аҫалы балаҫ һуғыуға арналған «Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп» республика фестивале үтте.

Егәрле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бер төбәктә дебет шәл бәйләй, икенсе яҡта кейеҙ баҫа, елән-тун тегә, ә ҡайһы бер урында элек-электән балаҫ һуғыу алға киткән. Һарыҡ йәки кәзә йөнөн иләп, буяп, төрлө орнамент һалып балаҫ һуғыу Дим-Өршәк йылғалары үҙәнендә йәшәгән мең, табын ырыуы башҡорттарында борондан киң таралған һәм бик ныҡ үҫешкән. Йөн балаҫҡа һалынған орнамент «аҫа» тип атала, уны биҙәк тип әйтеү дөрөҫ түгел, «аҫалы балаҫ», тип атала.

Бик боронғо, ҡатмарлы, зауыҡлы һәм серле күренеш ул. Башҡорт аҫалы балаҫы Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Ғафури, Ауырғазы яғында һәр бер йортта бар. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин әйтеүенсә, Башҡортостан республика Халыҡ ижады үҙәге башҡорт аҫалы балаҫына арналған республика фестивален Әлшәй районында ойоштороуы юҡҡа түгел. Тап Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк яҡтарында аҫалы балаҫтар әле лә һуғыла.

Әлшәй районы хакимиәте, мәҙәниәт идараһы хәстәре менән фестиваль күргәҙмәһенә йөҙҙән ашыу балаҫ эленде, боронғо һәм өр-яңы һуғыу станоктары ҡуйылды. Һуғыу станоктары артында өлкән йәштәге оҫталар һәм бөгөн уларҙың һөнәрен дауам иткән йәш быуын балаҫ һуғыу тәртибе менән таныштырҙы. Башҡорт аҫалы балаҫына арналған республика фестивале күргәҙмәләр, йәрминкәләр, оҫталыҡ күренеше генә булып ҡала алмай.

Ҡасандыр «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре берекмәһе балаҫ һуғыуҙы сәнәғәт етештереүе кимәленә күтргә, ауылдарҙан оҫталар күпләп йәлеп ителгән. Әммә берекмә тарҡалыу менән бөтә эш тәжрибәһе ҡыйраған, махсус станоктар юҡ ителгән, оҫталар таралған. Бөгөн һис кисекмәҫтән был халыҡ кәсебен артабан үҫтереү буйынса проблемаларҙы асыҡларға кәрәк.

Башҡорт аҫалы балаҫтарын заманса талаптарға ярашлы сифатлы етештереү, халыҡ традицияларына нигеҙләнеү, республиканың мәҙәни һәм иҡтисади тормошон нығытыу идеяһын аҫалы балаҫ төбәге - Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Ғафури районы етәкселәре ихлас яҡлап сыҡты.

XS
SM
MD
LG