Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда кадрҙар алмашынды


Республика президенты карары менән сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығына һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына бүлеү юлы менән сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрылығы үҙгәртеп ҡоролдо.

Республика президентының икенсе карары менән Юрий Пустовгаров хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры итеп тәғәйенләнде. Яңы вазифаға тиклем Юрий Пустовгаров Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры булып эшләне.

Республика президентының тағы ла бер карары менән Руслан Мирсаяпов тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына етәкселек итәсәк. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе ул Өфө ҡала хакимиәтенең иҡисади идаралығында тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге етәксеһе булып эшләгән.
XS
SM
MD
LG