Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан парламенты сираттағы ултырышын уҙғарҙы


Был юлы депутаттар алдында хөкүмәт отчеты менән премьер-министр Раил Сарбаев сығыш яһаны. Үҙ докладында ул кризистан сығыу буйынса башҡарылған эштәргә туҡтаны. Сәнәғәткә, ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы үҙ һөҙөмтәләрен бирә, тине ул.

Раил Сарбаев Башҡортостанда, башлыса Өфө тирәләй буш урындарҙа йорт һалыу программаһын уңышлы социаль проект тип билдәләне.

Үҙ йортоң тип аталған был программа былтырҙан ғәмәлгә ашырыла. Уның асылы-аҡсаһыҙ, ҡаҙна өлкәһендә эшләгән йәш ғаиләләргә льготалы субсидиялар биреп, хаҡы 500-800 мең самаһы булған бер ҡатлы йорттар һалыуға ҡайтып ҡала.
XS
SM
MD
LG