Accessibility links

Июнь айында Сибай аэропорты эш башлаясаҡ


Өфө халыҡ-ара аэропорт етәкселәре Сибайға барып, әҙерлек барышын тикшереп ҡайтты. Мәғлүм булыуынса, Сибай һәм Нефтекама аэропорттарын тергеҙеүгә бәйле эш күптән алып барыла ине. Әле ҡала аэропортына самолеттар ҡайтарылды, осоусылар уҡытылды.

Билет хаҡы 1 мең ярым һум буласаҡ. Өфө-Сибай араһы бер сәғәтлек юл буласаҡ. 300 мең халыҡ йәшәгән Урал арьяғы төбәктәре өсөн 19 урынлыҡ самолетты тултырыуы ауыр булырға тейеш түгел.
XS
SM
MD
LG