Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡурған башҡорттары ҡорға йыйылды


Унда Өфөлә үтәсәк 3-сө ҡорға делегаттар һайлайҙар, башҡорт телен уҡытыу проблемаһын тикшерәләр.

Ҡурған өлкәһендә 15 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Өлкә һәм Башҡортостан араһында гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү 1998-се йылда төҙөлгән.

Ҡурғанда башҡорт халҡының билдәле шәхестәре тыуып үҫкән. Улар араһында төрки халыҡтарҙың этнографияһын өйрәнеү буйынса күләмле хеҙмәттәр авторы Ғәлимйән Таған да бар.
XS
SM
MD
LG