Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан гастарбайтерҙарҙан таҙарына


Вьетнамдың тағы ла 820 ватандашын илдәренә ҡыуып ҡайтарҙылар. Һөҙөмтәлә Өфөлә вьетнамдар иң күп эшләгән Дим һәм Төнъяҡ баҙарҙары бушап ҡалды, уларҙағы сауҙа нөктәләре ябылды.

Вьетнамдар ял көндәрендә барлыҡ тауарҙарын үҙ хаҡына һатып китте. Үҙ хаҡына, сөнки, Вьетнам баҙарҙарында эшләүселәр әйтеүенсә, улар тауарға хаҡты үҙҡиммәтенән 10 тапҡырға арттырып сауҙа иткән. Хәҙер иһә хатта ҡайһы берәүҙәре фатирҙарын да арзанға һатҡан.

Мәҫәлән, торлаҡ арзандарҙан булмаған Өфөлә 3 бүлмәле фатирын бер ғаилә 1 миллион 200 мең һумға ғына һатырға мәжбүр булған.

Быйыл Башҡортостан 22 мең ярым сит ил ватандашына эш табырға йыйына. Сауҙа менән иһә 132 генә кеше шөғөлләнә аласаҡ.
XS
SM
MD
LG