Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡала башҡорттарын ниндәй мәсьәләләр борсой?


Октябрьский ҡалаһында “Ҡала башҡорттары – тел һәм демография мәсьәләләре” тип аталған фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла.

Октябрьский ҡалаһында уҡыусыларҙың 97 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Ҡала башҡорттары. Уларға ниндәй проблемалар хас. Уларҙың этник үҙенсәлеген нисек һаҡлап ҡалырға? Ғилми-ғәмәли конференция тәү сиратта ошо мәсьәләләрҙе өйрәнеү һәм артабан хәл итеү маҡсатында уҙғарылды.

Сараны уҙғарыу урыны итеп Октябрьский ҡалаһын һайлау ҙа осраҡлы түгел ти тарих фәндәре кандидаты Ринат йосопов. Ҡала башҡорттарының теле һәм демографияһына ҡағылышлы мәсьәләне хәл итеү тәү башлап ғаиләләге тәрбиәгә бәйле, тип билдәләө филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова.
XS
SM
MD
LG