Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт йәштәре атырға өйрәнә


Өфөлә Башҡортостан йәштәре сәләмәт тормош яҡлы тигән акция үтте. Уның маҡсаты - йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, наркомания, тәмәке тартыу, алкоголизм кеүек насар ғәҙәттәргә кире мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәш-елкенсәктең ялын файҙалы, мауыҡтырғыс итеп ойоштороу ине.

Йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа күпләп ылыҡтырыу маҡсатында республикала төрлө спорт бәйгеләре күпләп ойошторола. Башҡортостан йәштәре сәләмәт тормош яҡлы тигән акциянан бер кемдә ситтә ҡалманы. акцияға килгән һәр кем күңеленә оҡшаған спорт төрөндә көсөн һынап ҡараны.

Бөтә Донъя хәйриә фондының Башҡортостандығы вәкиллеге етәксеһе Булат Мырҙабулатов Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының фән һәм мәғариф бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов әйтеүенсә, әле республикала традицион спорт төрҙәре менән бер рәттән, башҡа йүнәлештәр ҙә киң үҫешә. Шуларҙың береһе- пейнтбол. Был уйында буяу менән атыусы махсус пневматик ҡорал ҡулланыла.

Альберт Ҡорманов йәштәргә турникта күтәрелеп, чиновниктар ҡорһаҡ үҫтереп кенә ултырмай спорт менән дә шәғәлләнән икәнен дә күрәһәтте.

XS
SM
MD
LG