Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 21:27

Матбуғатҡа яҙылыу башланды


Башҡортостан матбуғаты үҙ уҡыусылары менән бәйләнеште нығыта. Республика хөкүмәте ҡарамағындағы матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ башланғысы менән Салауатта матбуғат байрамы үтте.

Салауат ҡалаһында үткән был сараға республиканың утыҙҙан ашыу газета һәм журналдарының баш мөхәррирҙәре һәм журналистар йыйылды. Осрашыуҙа һүҙ республика матбуғаты һәм уның йәмғиәттә тотҡан урыны тураһында һүҙ барҙы.

Газета-журналдарҙың тиражын арттырыу өсөн уҡыусы менән редакция араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыу мөһимлеге билдәләнде ултырышта. Салауатта үткән матбуғат байрамында ҡатнашыусылар яңы бурыстар ҙа ҡуйҙы.

Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағындағы матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев яҙылыу эшен яйға һалыу маҡсатында йыл дауамында мәктәптәрҙә генә түгел, ғөмүмән барлыҡ белем усаҡтарында матбуғат аҙналыҡтары үткәреү, берҙәм яҙылыу эшен әүҙемләштереү маҡсатын ҡуйҙы.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG