Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 10:59

Стәрлетамаҡ дәүләт театры халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша


Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры Төркиәнең Конья ҡалаһында үткән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша. «Мең һулышта- бер тауыш» тип аталған төрки телле теартҙар бәйгеһе илдә бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килә.

Башҡортостан вәкилдәре унда Мәрйәм Бураҡаеваның «Мин һайлаған яҙмыш» тигән әҫәрен сәхәнәгә ҡуясаҡ.

Төрксой ойошмаһындағы Башҡортостан мәҙәниәт һәм Милли сәйәсәт министрлығы вәкиле Әхәт Сәлихов әйтеүенсә, артистары сығышы башҡорт фольлоры күренештәре менән байытылған.

XS
SM
MD
LG