Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 12:57

Башҡортостанда ислам дине талаптары буйынса ҡабул иткән бөҙрәхана асылды


Был республикала хәләл индустрияһы үҫешенә тағы бер дәлил, тип билдәләй республика мосолмандары диниә назараты ҡарамағындағы хәләл стандарты буйынса комитет етәкселеге.

Өфөлә әле ислам нигеҙенә таянып эшләгән ритуал салон һәм медицина клиникаһы ла бар. Клиниканың төп айырмаһы – гүзәл заттарҙы ҡатын-ҡыҙ табиптар, ир-атты ирҙәр ҡабул итә. Ислам медицинаһы үҙләштерелгән.

Бинала намаҙ бүлмәһе, тәһәрәт ҡылыу урыны барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, республиканың барлыҡ ҡошсолоҡ фабрикалары хәләл продукт етештереү тураһындағы махсус сертификатка эйә. Ә ит етештереүсе предприятиеларҙан тәү башлап был эшкә Дүртөйлө ит комбинаты ҡушылды.

Быйыл Дүртөйлөлә беренсе тапҡыр хәләл тауар йәрминкәһе ойошторолдо. Хәләл стандарты буйынса комитет етәксеһе Тимур Шәнгәрәев әйтеүенсә, кеше һаулығына ҙур зыян килтереүсе түбән сифатлы, хатта зарарлы аҙыҡ түлеккә ҡаршы көрәшкәндә хәләл индустрияһын үҫтереү айырыуса зарур. Сөнки тап хәләл аҙыҡ түлек етештереү тәбиғи, экологик таҙа продукттарға нигеҙләнә.

Көнкүреш хеҙмәтләндереү учреждениелары иһә ислам ҡанундарына таянып йәшәгән һәр кемгә уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙың конституция менән ҡаралған хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында барлыҡҡа килгән.

Был инде поликлиника йәки бөҙрәхана тик мосолмандар өсөн генә эшләйәсәк тигән һүҙ түгел. Ислам йолаларына хөрмәт күрһәтеү менән бер рәттән уларҙың ишектәре башҡа конфессиялар өсөн дә һәр ваҡыт асыҡ ҡала.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG