Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә Мөхәббәткә һәйкәл


Өфөлә бер төркөм йәштәр Мөхәббәткә монумент ҡора. Улар һәйкәлде Ғафури исемендәге паркка урынлаштырырға йыйына. Скульптура ғәҙәти һәйкәлдәрҙән ҡырҡа айырыла.

Мөхәббәт һүҙен Башҡортостандың дәүләт телдәрендә түгел, ә инглиздәрҙән күрмәксе ЛАВ тип яҙғандар. Монумент өсөн йөҙ мең һум аҡса кәрәк, әлегә 20 меңен тапҡандар. Мөхәббәт һәйкәлен башҡала көнөндә - 12-се июндә асырға уйлайҙар.
XS
SM
MD
LG