Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 02:17

Проектты ойоштороусылар Эльбрус тауына барасаҡ экспедицияның маҡсаттары менән таныштырҙы. Эльбрус тауы Европаның иң бейек нөктәһе. Уның бейеклеге 5 мең 641 метр.

Башҡортостан альпинистары апрель аҙаҡтарында Кавказға юлланырға ниәтләй. Сәфәрғә сығасаҡ экспедиция төркөмөндә Өфөнән һәм Белореттан 8 альпинист ҡатнаша. Тәүҙә улар бейеклеккә үрмәләү өсөн урында бер нисә көн физик әҙерлектәрен тикшерәсәк. Төбәк климатына яраҡлашҡандан һуң 9-сы майҙа Эльбрустың иң бейек нөктәһенә Башҡортостан әләмен ҡаҙаясаҡ.

Әлегә тиклем республика альпинистары Кавказдағы тауға йәй айҙарында ғына менгән. Ә бына майҙа бында климат шарттары бик ҡаты, һауа температураһы төндә 25 градус һалҡынға тиклем барып етә.

Шулай уҡ был көндәрҙә тауҙан ҡар ишелеп төшөүе лә ихтимал. Башҡортостан альпинистарының өлкән тренеры. Әхмәҙулла Миңлебаев әйтеүенсә, быйыл йәй Башҡортостан альпинистары донъялағы иң бейек нөктәгә, Ҡырғыҙ республикаһында урынлашҡан Тянь-Шань тауына ла менергә ниәтләй.

XS
SM
MD
LG