Accessibility links

Кайнар хәбәр

Иҙрис Ғәзиевка 50 йәш


Баш ҡалала Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Иҙрис Ғәзиевтың 50 йәшлек юбилейына һәм 30 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған кисә үтте.

Халыҡ һәм заманса профессиональ йырҙар башҡарыусы Иҙрис Ғәзиев ижады күп яҡлы һәм төрлө юҫыҡта үҫешкән. Ул музыкаль әҫәрҙәр ҡуйыусы режиссер, актер һәм драматург булараҡ та яҡшы таныш.

“Урал”, “ Эскадрон”, “Зөлхизә”, “Азамат”, “Тәфтиләү” йырҙары халыҡ араһында киң танылыу яулаған. Шуға күрә лә 30 йылдан ашыу ижады осоронда йөҙҙәрсә сәхнәләрҙә сығыш яһаған йырсының моңо халыҡ күңелендә. Һәр концерты иһә, уның ижадын һөйөүселәр өсөн оло бүләк, концертҡа килеүселәр.

Башҡорт, татар, рус телдәренән тыш, ғәрәб, әзербайжан, үзбәк, һинд телдәрендәге йырҙары донья сәхнәһендә лә киң танылыу алды. Классик әҫәрҙәр менән байытылған йырҙары үткән йылдарҙа Италия, Германия, Голландия, Төркиәлә лә уңышлы үтте. Таланлы йырсы халыҡара фестивалдәрҙә үҙен һынатмай.

Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән йырсының туғандары ла йыр-моңға маһир. Бер туған апайы Роза Ғәзиева ла үҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән. Йырҙарымда тормошом, ти йырсы үҙе хаҡында. Халыҡ күңелен йырҙары менән яулап алған Иҙрис Ғәзиев киләсәктә лә илһамланып ижад итергә ниәтләй.
XS
SM
MD
LG