Accessibility links

Кайнар хәбәр

Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыуға фатиха алыуға 45 йыл тулды


БАССР Министрҙар Советының Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар ҡабул итеүенә 45 йыл тулды. Документты 1965 йылда имзалайҙар. Ә Милли геройға һәйкәл 1967 йылда асыла.

Ул Рәсәйҙәге иң бейек атлы һын. Һәйкәлдең бейеклеге 10 метр, ауырлығы 40 тонна. Салауат Юлаев скульптур осетин миләтле Сосланбек Тавасиевтың иң уңышлы эше. Оҫта уның өҫтөндә 30 йыл эшләй. Бик ҡатмарлы һәм күп хеҙмәт талап иткән скульптура Ленинград заводында ҡойолған.

Һуғыш йылдарында скульптор Сосланбек Тавасиев эвакуацияға Башҡортостанға килә. Ул Стәрлебаш районында йәшәй. Район халҡының билдәләүәнсә, Тавасиевтың Салауат Юлаев образы менән тәүләп танышыуы тап Стәрлебаш ерендә була.

Яугирҙарҙы һуғышҡа оҙатҡан ололар уларға «Салауат Юлаев һымаҡ һуғышырға» тигән наказ бирә. Ошо хәбәрҙе ишетеп ҡалған Сосланбек Тавасиев Салауат шәхесе менән ҡыҙыҡһына башлай, тигән фекерҙә район музейы хеҙмәткәре Зәйтүнә Мөхәмәтйәнова.
XS
SM
MD
LG