Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 05:08

Ҡоторған кейектәр малдарға һөжүм итә


Иглин районы Оло Ҡарамалы ауылында ҡоторған төлкө малға һөжүм итә, бер һыйырҙы тешләп өлгөрә. Ауыл халҡы йыртҡысты тотоп яндыра. Унан зарарланған малды ла үлгәс яндыралар.

Әле хужалар дауалау курсы үтә. Сөнки улар һыйырҙың ауырыуын әллә белеп, әлә белмәй тороп һауып эскәндәр.

Һыйырҙан ҡоторған йәнлектәрҙән хитланһа, кешеләр ағастар япраҡланғас талпандарҙан яфалана башлай. Әле ҡала ерҙәрендә урмандарҙы, парк-скверҙарҙы талпандарға ҡаршы эшкәртеү башланды.

Республикала талпандарҙың әүҙем осоро оҙаҡ һаҡлана, уларҙы август-сентярь айҙарында ла эләктерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта төбәктә энцефалит хәүефе лә ҙур, ә санитар таҙартыу ҡала халҡын бөжәктәрҙән аралай.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG