Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 17:28

Ғалимдар солоҡсолоҡ юғалыуҙан шикләнә


Башҡортостан фәндәр академияһы ғалимдары 40лап фән эшмәкәре республика етәкселегенә асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән. Улар башҡорттоң тарихи төп кәсептәренең береһе - солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам һорай.

Бөрйән районындағы Шүлгәнташ ҡурсаулығында Рәсәйҙә берҙән-бер умартасылыҡ заказнигы - Алтын солоҡ эшләй, шуны ябырға ниәтләү ғалимдарҙы етәксмелеккә хат күндерергә мәжбүр иткән. Заказникты ябыуҙы Бөрәән районы хакимиәте башлаған. Ғалимдар был осраҡта бөрйән ҡорттары юҡҡа сығасаҡ тип шикләнә.

Бөрйән хакимиәте етәкселеге иһә Алтын Солоҡ ҙур майҙанды биләй, урындағы халыҡ был тирәлә бесән әҙерләр, мал көтөр, бәшмәк-еләк йыйыр ине, ер бушҡа ята тип белдерә. Уларҙы ла аңларға була - Бөрйәндең барлыҡ майҙандарының 5тән бер өлөшө ҡурсаулыҡҡа ҡарай халыҡ унда керә алмай. Әлегә асыҡ хатҡа ҡарата фекерҙәр ишетелмәй.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG