Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 21:41

Башҡортостан делегацияһы Истанбулға китте


Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн республика делегацияһы Төркиәгә осто.

21 майҙа Истанбул университетында Башҡорт Дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм Зәки Вәлиди туғандың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреү ҡарала.

Шул уҡ көндө кисен Решад Нури сәхнәһе театрында башҡорт Дәүләт академия драма театры артистары Зәки Вәлиди спектаклен күрһәтәсәк. 22 майҙа Мехмет Әкиф Эрсой паркында башҡорт һабантуйы ойошторола. Төркиәлә башҡорт һабантуйы 2006 йылдан алып ойошторола.

XS
SM
MD
LG