Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башкорт катын-кыззарын да киләсәк борсой


Гүзәл Ситдикова
Гүзәл Ситдикова

Бөтә донья башкорттарының күптән көтөлгән 3сө королтайы көнө алдынан Башкорт катын-кыззары ойошмаһы ла үзенең йыйылышын үткәрзе. Королтайза күтәреләһе проблемалар тикшерелде унда.

Башкорт катын-кыззары ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Ситдикова королтайза катын-кыз делегаттар пленар ултырышта ла, секциялар эшендә лә сыгыш яһарга әзерләнә, тине. Королтайга алтмыштан ашыу катын-кыз делегат һайланган, шулай ук кыркка якын гүзәл зат кунак сифатында килә. Улар башкорт милли хәрәкәтендә, йәмәгәтселек эштәрендә әүзем катнашыусылар, ти Гүзәл Ситдикова.

Гүзәл ханым Башкорт катын-кыззары ойошмаһы рәисе булып һайлангансы, 4 сакырылыш рәттән Башкортостан парламенты депутаты ла булды. Шуга күрә республикалагы сәйәси-ижтимаги хәлдәр хакында якшы хәбәрзәр ул. Әлеге йыйлыштан һуң “Азатлык” хәбәрсеһенә королтай алдынан кайһыбер фекерзәре менән уртаклашты Гүзәл ханым.

“1990 елдарза без суверенлык алдык тип дәртләнеп киткәйнек, ә һуңгы ике сакырылыш депутаттары сифатында элек кабул ителгән һәйбәт канундарзы яңынан Рәсәйзекенә яраклаштырыу менән мәшгул булдык”, - ти Гүзәл Ситдикова. - Һуңгы вакытта Рәсәй унитар дәүләткә әйләнә бара, бына был бик тә хәүефле. Королтайза бына был мәсьәләләр зә тикшереләсәк.

Мәгәриф, тел проблемалары ла үзәктә тора. Ә үзебеззең секцияла был юлы без күбрәк гаилә проблемаларына зур игтибар бирергә теләйбез. Балалар тәрбиәләүгә, уларзы тормошка әзерләүгә йөз менән боролоу кәрәк. Улайһа һуңгы йылдарза балаларга игтибар кәмене. Шуга ла улар араһында енәйәтселек, үз-үззәренә кул һалыузар арта. Балалар беззең киләсәгебез икән, тимәк беззең өсөн иң беренсел бурыстар – уларга дөрөс йүнәлеш биреү.

Гүзәл Ситдикова Бөтә донья башкорттары королтайында катын-кыззар, гаилә мәсьәләләре секцияһына етәкселек итәсәк. “Королтайза кабул ителәһе карарзар һәм резолюциялар беззең Бөтә донья башкорт королтайына ла, башка башкорт милли ойошмаларына ла, шул исәптән Башкорт катын-кыззары йәмгиәтенә лә ең һызганып эшләргә бурыстар билдәләр”, ти Гүзәл Ситдикова.
XS
SM
MD
LG